Республика математика лицей-интернаты дөйөм белем биреү системаһының флагманына әйләнәсәк
Республика математика лицей-интернаты Башҡортостанда дөйөм белем биреү системаһының флагманына әйләнәсәк. Унда 6-сы класстан 11-се классҡа тиклем талантлы балалар ҡына уҡыясаҡ. Уларға пелагог-новаторҙар белем бирәсәк. Математика лицей-интернаты "Аврора" таланттарҙы үҫтереү үҙәге, Евразия фәнни белем биреү үҙәгенә ингән юғары уҡыу йорттары, фәнни ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Уҡыу йортонда математика, информатика, программалау өлкәһендә лидерҙар әҙерләнәсәк. Математика лицей-интернаты төҙөлөшө былтыр башланғайны. Белем усағына һайлап алыу өс этаптан тора. Тәүге этап Сириус. Курсы. Платформаһында ойошторолдо. Икенсеһенә тәүге этапта еңеүселәр Өфөгә саҡырыла. Өсөнсө этап - йәйге математика мәктәбе. "Йәштәр һәм балалар" милли проекты сиктәрендә төҙөлгән мәктәп Радий Хәбировтың шәхсән башланғысы. Ул ил президенты Владимир Путинда ла яҡлау тапты.
Название:
Республика математика лицей-интернаты дөйөм белем биреү системаһының флагманына әйләнәсәк
Категория:
Новости и СМИ